Минең шәхси сайтыма рәхим итегеҙ!

    Минең сайтым уҡытыусыларға, уҡыусыларға, ата-әсәләргә һәм фекерҙәштәргә арналған. Уҡытыусылар бында методик материалдар, дәрес, кластан тыш сара, видео-дәрес өлгөләре, презентациялар,  уҡыусылар башҡорт телен өйрәнеүҙә кәрәкле һүҙлектәр, әҙәби китаптар, башватҡыстар, йәнһүрәттәр, интерактив уйындар, конкурстар, ә ата-әсәләр үҙҙәренә  файҙалы кәңәштәр таба алыр.

      Cайт бер нисә бүлектән тора(өҫтәге төймәләргә баҫырға), ә бүлектәр айырым биттәрҙән( сысҡанды яҡын килтерһәң, исемлеге сыға).

     Айырылып күрһәтелгән һүҙҙәр һәм фотоларға баҫып тулыраҡ мәғлүмәт тә ала алаһығыҙ. Һәр биттең аҫтында күк төҫтәге "чат" бүлеге эшләй.  Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауығыҙҙы һәм фекерегеҙҙе ошо "чат"та, йә  беренсе биттәге "баһалама"ла, йә иһә иң һуңғы бүлектәге "форум"да яҙып ҡалдырһағыҙ, мин бик рәхмәтле булыр инем.

     Сайтыма инеүегеҙ өсөн рәхмәт! Еңел булмаған эшегеҙҙә аҙ ғына булһа ла ярҙам итә алһам, мин бик шат булыр инем. Артабан да башҡорт телен үҫтереү, популярлаштырыу маҡсатында бергәләп хеҙмәттәшлек итәйек.

Мин - уҡытыусы

 

Эссе

“Һин уҡытыусым шундай наҙлап

Ҡараның күҙҙәремә...”

-тип йырлай уҡыусым Храмцова Ирина. Уның шулай башҡорт телендә йырлауы миңә күпме ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ хисе килтереүен аңлаймы икән?..

      Мин бәхетле... Эйе, бик бәхетле! Сөнки мин - уҡытыусы! Ә уҡытыусы –донъя йөҙөндә иң мөһим һөнәр. Киләсәк быуын яҙмышы тик улар ҡулында. Улар ярҙамында яңы кешеләр, яңы асыштар, яңы даһиҙар тыуа.

      Ә ни өсөн мин уҡытыусы һөнәрен һайланым һуң? Уҡытыусы булыуы  миңә оҡшай: онотолоп китеп нимәлер һөйләү, мөкиббән китеп үҙ фекереңде яҡлау, аңлашылмаған нәмәләрҙе аңлатыу, йә булмаһа, уҡыусыларға ҡушылып ябай ғына нәмәләрҙән дә ҡыҙыҡ табып көлөү - барыһы ла, барыһы ла йәнемә яҡын! Балалар күңеле  бит бай һәм күп яҡлы. Улар менән бер тиңдә аралашыу, серләшеү ситтән ҡарағанда, кемгәлер ят күренеш булып тойолалыр.

Башҡорт теле йылына бағышлап

Яңылыҡтар. 

өҫкә

Адрес

 452530,

Республика Башкортостан, Дуванский район,

с. Месягутово,

ул. Электрическая, д. 31

 Телефон: +7 34798 2-06-72

 E-mail: mesiagutovo@mail.ru

Кәрәкле сайтҡа баҫ

Минең сайттар

  • White Vkontakte Icon
  • White Instagram Icon

Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһы, 

Сайт  Wix.com да эшләнелгән

Мин бәйләнештә: 

Телефон: +7 (967)7881979

Email: Baisheva-79@mail.ru

Адресым:

Ул. УлЭлектриктар ур., 31,

 Мәсәғүт а., Дыуан районы, БР, Рәсәй, 452530Арбат, 1а, Москва, 119019, Россия

Алтынай түңәрәге балалары