Түбәндә кластан тыш саралар буйынса проект эштәремде, сценарийҙар тәҡдим итәм. Төймәгә баҫып уларҙы сығарып ала алаһығыҙ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу

           Уҡыусылар белемле, патриотик рухлы, Тыуған илен, тәбиғәтен, мәҙәниәтен яратҡан, үҙ-үҙенән, тормоштан ҡәнәғәт була белгән  шәхес булып үҫһен өсөн, дәрес материалы ғына етмәй. Бының өсөн Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары буйынса дәрестәрҙән тыш эшмәкәрлеккә сәғәттәр бүленгән. Ошо сәғәттәрҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә алып уны мәҙәни һәм әхләҡи йүнәлеш буйынса ойошторорға мөмкин.

              Беҙҙең мәктәптә элек-электән башҡорт түңәрәге эшләп килә. Был йәһәттән бүлешерлек бер аҙ тәжрибәм дә бар. Сайтымдың был битендә ошо мөмкинлек менән файҙаланыуым, нисек итеп үҙебеҙҙең мәктәптә Башҡорт фольклор түңәрәген эшләүем менән уртаҡлашырға уйлайым. Һеҙ бында башҡорт фольклор түңәрәге эшенең программаһын, тематик планын, эш үҙенсәлектәрен, кластан тыш сараларҙың сценарийҙарын, эш һөҙөмтәләрен ҡарай алырһығыҙ. Кластан тыш саралар буйынса һорауҙарығыҙ килеп тыуһа, рәхим итеп һорағыҙ.  Ҡулдан килгән тиклем ярҙам итергә тырышырмын.

Ҡарау өсөн

уң яҡтағы

стрелкаға баҫ

Башҡорт
КВН
моя квн команда
КВН команда
квн команда 2
Әсе борос ашханала
моя квн команда
КВН команда
квн команда 2
Әсе борос ашханала

Ҡарау өсөн

төймәгә баҫ

  • White Vkontakte Icon
  • White Instagram Icon

Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһы, 

Сайт  Wix.com да эшләнелгән

Мин бәйләнештә: 

Телефон: +7 (967)7881979

Email: Baisheva-79@mail.ru

Адресым:

Ул. УлЭлектриктар ур., 31,

 Мәсәғүт а., Дыуан районы, БР, Рәсәй, 452530Арбат, 1а, Москва, 119019, Россия