Фәнни- методик эшмәкәрлек

"Кеше күпме генә йәшәмәһен, шул тиклем уҡырға тейеш"

Сенека

      Уҡытыусы эше - ул үҙ өҫтөңдә көндәлек эшмәкәрлек. Беренсенән, үҙеңде үҫтереү өҫтөндә эшләү, сөнки белемһеҙ, уҡыуһыҙ, яңылыҡты өйрәнмәй, кеше аҡылы, зиһене үҫеүҙән туҡтай. Икенсенән, үҙ камиллылығың өҫтөндә эшләү, сөнки яҡтылыҡҡа, изгелеккә ынтылмаһа, кеше күңеле ҡата, йә бушап ҡала.

 

 

 

 

 

 

       

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

     

 

 

 

 

 

   

      Профессиональ үҙ аллы үҫешемә күп ваҡытымды бүлергә тырышам. Бигерәк тә яңы технологияларҙы өйрәнеүгә өҫтөнлөк бирәм. Үҙ эшемдә уҡыусыларҙың телмәрен, ижади һәләттәрен, фекерләү ҡеүәһен  үҫтереүсе заманса педагогик технологияларҙы ҡулланам:  информацион, һаулыҡ һаҡлау, проблемалы һәм проектлы тикшеренеү. 

      Проект технологияһын ҡулланыу һөҙөмтәһендә уҡыусыларымдың уҡырға теләктәре артты, белем даирәһе киңәйҙе, фекерләү һәм ижади һәләттәре үҫте. Проект эштәре менән башҡалар менән уртаҡлашыу мөмкинлеге булдырылды . Өлгөлө эштәрҙән " Уҡыусылар ижады" папкаһы эшләп, уҡыусыларҙың ялын файҙалы үткәреүгә тағы бер аҙым эшләнелде. 

      Башҡорт теле кабинетында компьютер, мультимедийлы проектор, интерактив таҡта булдырылған, интернет селтәренә тоташтырылған. Шулай уҡ  кабинетта башҡорт теленән кәрәкле  электрон әсбаптар бар. Бөтә  медиатек материалдар  кластарға системалаштырылып  электрон папкаларға урынлаштырылған. 

      Үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдә  уҡыусыларҙың башҡорт теле дәрестәрен өйрәнеүгә теләктәрен үҫтереү, белемдәрен тәрәнәйтеү һәм ғәмәлләштереү маҡсатында ИКТ әүҙем ҡулланам. 

 

 

 

 

Минең сайттар

      ИКТ яҡшы белеү үҙемдең материалдарымды сайттарымда урынлаштырып барырға мөмкинлек бирә:

-https://nsportal.ru/baisheva-aygul-galimyanovna,

-https://infourok.ru/user/baisheva-aygul-galimyanovna,

-https://multiurok.ru/baishevaaigulgalimianovna.

 Кабинеттағы компьютерҙың интернет селтәренә тоташтырылыуы асыҡ инеү мөмкинлегендәге электрон белем биреү ресурстарын ҡулланырғабулышлыҡ итә:

- Информацион-белем биреү ресурсының федераль үҙәге  (ФЦИОР, http://eor.edu.ru);

- Цифрлы  белем биреү ресурсының берҙәм коллекцияһы ( http://school-collection.edu.ru)

       ИКТ йыш ҡулланһам да, һаулыҡ  һаҡлау технологияһын күҙ уңынан ысҡындырмайым. Ул уҡыусыларҙың һаулығын нығытыуға, эшмәкәрлектәрен әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән эштәр. Мәҫәлән, ҡул күтәреп кенә яуап бирә торған эште лә беҙ хәрәкәткә әйләндерәбеҙ.

    Шулай уҡ проблемалы үҫтереүҙә уҡытыу технологияһын әүҙем ҡулланам. Ул уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтерә, үҙ аллы белем алыуға этәрә. Башҡорт теле дәрестәрендә сетерекле һорауҙар ҡуйырға, ижади эҙләнеү хәлдәрен булдырырға тырышам. 

     Уҡыусыларҙың башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү, алған белемдәрен ғәмәли ҡулланыу маҡсатында уйын технологияһы ҡулланам. Дәрес- сәйәхәт, дәрес-ярыш, дәрес -сәхнәләштереүҙәр балаларға ныҡ оҡшай. Йыш ҡына улар уҡытыусы ролен дә башҡарып ҡарайҙар. 

       Һуңғы өс йылда башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) "Сингапур"системаһына таянып уҡытам. Тәжрибә күрһәтеүенсә был система уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Был система миңә оҡшай, сөнки бөтә уҡыусыларға ла дәрестә тигеҙ ҡатнашырға мөмкинлек бирә, яуап биреүгә тигеҙ ваҡыт һәм бер-берең менән дуҫтарса иркен аралашырға мөмкинлек бирә. Уҡытыусы дәрес менән етәкселек кенә итә. 

     

 

 Һығымта: шулай итеп, заманса уҡытыу технологияларын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итә.

 Программаларым

Квалификацияны үҫтереү

Тема 

Урыны      Йылы

1."ФДББС һәм уҡытыусының профессиональ стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа ИКТ  ҡулланыу" 

2. "ФДББС тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың белем кимәлдәрен баһалау инструменттары" "

3. "Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булған балаларҙы ДББ шарттарына ФДББС индереү рамкаһында  психологик-педагогик оҙата барыу" " МПК, 2019йыл.

4. "Моделле төбәк төп белем биреү программаһының эстәлеге, технологиялары һәм үҙенсәлектәре"

 ДАУ ӨПББ       2019

 МҮИ  БР

ДАУ ӨПББ       2019

 МҮИ  БР

ДБПББУ           2019г.

МПК 

 

ДБУ ДПО       2019г.

"Силәбе институты"          

Баҫылып сыҡҡан эштәрем

Баҫма исеме

Статьяның исеме 

1.Йыйынтыҡ"Милли  йолаларҙа" Түбәнге Новгород 

2. Йыйынтыҡ "Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың хәҙерге проблемалары"

3. Йыйынтыҡ "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте глобалләштереү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә; тәжрибә һәм үҫеш юлдары"

4. Гәзит "Дыуан хәбәрҙәре"

5. Гәзит "Әйлестан"

6. Гәзит "Дыуан хәбәрҙәре"

"Салауат Юлаев-быуаттарға етер исем"

"Туған телебеҙҙең киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда"

"Башҡорт телен сингапур методикаһы буйынса уҡытыу"

"Башҡорт ғаиләһе көнө"2017

"Мәртәбәле форумдан дәрт алып"

"Битараф ҡалған кеше юҡ. М.Кәримдең 100-йыллығына арнап"

2015 

2019

 

2019

2017

2017

2019

Йылы

  • White Vkontakte Icon
  • White Instagram Icon

Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһы, 

Сайт  Wix.com да эшләнелгән

Мин бәйләнештә: 

Телефон: +7 (967)7881979

Email: Baisheva-79@mail.ru

Адресым:

Ул. УлЭлектриктар ур., 31,

 Мәсәғүт а., Дыуан районы, БР, Рәсәй, 452530Арбат, 1а, Москва, 119019, Россия