Минең ММБ б-са эштәремде төймәгә баҫып ҡара алаһығыҙ

Мәктәп методик берекмәһенең эше

"Ваҡыт артынан өлгөрәм, тиһәң,

пландарың, уй-фекерҙәрең унан алдараҡ йөрөһөн"

                            Һуңғы йылдарҙа уҡытыу системаһы бик күп үҙгәрештәр кисерә. Был                              үҙгәрештәр уҡытыусынан  һәр ваҡыт белем кимәлен                                                          үҫтереүҙе  талап итә. Мәктәп методик берекмәһенең эше                                                уҡытыусыға беренсе ярҙам булып тора. Унда уҡытыусылар яңы                                      уҡытыу технологиялары, традицион булмаған эш төрҙәре,                                                үҙҙәренең оҫталыҡтары менән бүлешәләр. 

Беҙҙең мәктәптә башланғыс синыфтар, математика, русс, инглиз, башҡорт теле һ.б  уҡытыусыларының берекмәһе бар. 2016 йылдан алып башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләйем.

Башҡорт теле уҡытыусылары методик берекмәһенең эше уҡытыусыға һәм уҡытыуға ҡуйылған заман талаптарына яраҡлы планлаштырыла һәм уҡытыуҙың иң оптималь юлдарын эҙләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Методик берекмәнең бурысы-һәр уҡытыусыла уҡытыу системаһындағы яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларға был эштә  ярҙам итеү.

Берекмәнең ижади, дөрөҫ һәм уңышлы эше өсөн түбәндәге документтары булдырылыға тейеш:

  • МБ асыу тураһында приказ;

  • МБ етәксеһен тәғәйенләү тураһында приказ;

  • МБ тураһында ҡағиҙә;

  • МБ уҡытыусыларының функциональ бурыстары;

  • МБ уҡыу йылына эш планы;

  • МБ һәр айға эш план-сеткаһы;

  • Уҡытыусылар тураһында мәғлүмәт банкы: һаны һәм сифаты буйынса составы(йәш, белем, һөнәре, дөйөм һәм педстажы, категорияһы, бүләкләнеүе, исем алыуы, бәйләнеш телефоны);

  • Уҡытыусыларҙың үҙ аллы уҡыу темалары тураһында мәғлүмәт;

  • МБ уҡытыусыларының аттестация үтеү буйынса перспектив план;

  • МБ уҡытыусыларының категорияһын күтәреү үтеү буйынса перспектив план;

  • МБ уҡытыусыларының асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәр күрһәтеү графигы;

  • МБ ултырыштарының протокол дәфтәре;

  • МБ йыллыҡ отчеты.

Методик берекмәнең етәксеһе -  ошо берекмәнән һайлап алынған, уҡытыусылар менән килешелгән, директор тарафынан тәғәйенләнгән тәжрибәлерәк уҡытыусы була.  Уның эше МБ-нең үткән йылда эшләгән эшен анализлау һәм яңы уҡыу йылына уҡыу, тәрбиә, методик эште планлаштырыу, яңы бурыстар ҡуйыу менән башлана. Планлаштырылған эштәр мәктәптең уҡыу йылына ҡуйылған дөйөм маҡсаттарына тура килергә тейеш. Планлаштырыу эшенә берекмәләге бөтә уҡытыусылар ҙа ылыҡтырыла. Етәксе башҡарыусы уҡытыусының ризалығынан тыш планлаштырһа, берекмәлә ризаһыҙлыҡтар килеп тыуыуы мөмкин. Һуңынан ул мәктәп администрацияһы тарафынан килешелә һәм  раҫлана. Методик берекмәнең бурыстары:

  • Уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүҙе ойоштороу;

  • Уҡытыу буйынса норматив һәм методик документтарҙы өйрәнеү;

  • Асыҡ дәрестәр, предмет аҙналыҡтары, конкурстар ойоштороу;

  • Алдынғы уҡытыусыларҙың педагогик тәжрибәләрен өйрәнеү;

  • Уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү буйынса эштәр үткәреү.

Методик берекмәһендә эш төрҙәре:

  • уҡыусыларҙы уҡытыу-тәрбиәләү, уҡытыу методикаһы буйынса ултырыштар;

  • уҡытыу методикаһы буйынса кәңәшмәләр, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, уҡытыусыларҙың ижади отчеттары;

  • асыҡ дәрестәр һәм кластан тыш саралар үткәреү;

  • педагогика, психология буйынса докладтар, хәбәрҙәр, сығыштар;

  • предмет буйынса аҙналыҡ үткәреү;

  • бер-береңдең дәрестәренә йөрөү.

Методик берекмәнең эше директор һәм уның урынбаҫары тарафынан планға яраҡлы тикшерелә.

 

Байышева Айгөл Ғалимйән ҡыҙы.

  • White Vkontakte Icon
  • White Instagram Icon

Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһы, 

Сайт  Wix.com да эшләнелгән

Мин бәйләнештә: 

Телефон: +7 (967)7881979

Email: Baisheva-79@mail.ru

Адресым:

Ул. УлЭлектриктар ур., 31,

 Мәсәғүт а., Дыуан районы, БР, Рәсәй, 452530Арбат, 1а, Москва, 119019, Россия