Минеңсә, уҡытыусы тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, уны башҡаларға таратырға, үҙенең уңыштары, ыңғай эш һөҙөмтәләре менән  уртаҡлашырға тейеш. Минең өсөн портфолио - үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдәге иң сағыу мәлдәре һәм юғары ҡаҙаныштары менән бүлешеү мөмкинлеге лә. Бирелгән мәғлүмәттәр кемгәлер файҙалы булыр, тип ышанам.

Хөрмәт менән Айгөл Ғалимйән ҡыҙы.

Әйҙәгеҙ танышайыҡ

ФИШ: Байышева Айгөл Ғалимйән ҡыҙы

Эш урыным:  Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһы МБДББУ

Белемем: юғары ( МПК, 1998йыл, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, БДПУ, 2004йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, БДУ, 2015йыл, мәғариф менеджменты 

Квалификациям: юғары  категориялы

Стажым: педагогик стажым -16 йыл, дөйөм стажым-19йыл

Вазифам: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, класс етәксеһе

        Мин үҙемдең һөнәремде бик ныҡ яратам. Бәләкәйҙән үк уҡытыусы булырымды белә инем. Педагогик юлымды мин 1998 йылда Салауат районында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булараҡ башланым. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, Дыуан районы Мәсәғүт ауылына эшкә ҡайттым. Әлеге ваҡытта Мәсәғүт гимназияһында 1 кластан 9 класҡа тиклем төрлө милләт балаларына башҡорт теле серҙәрен өйрәтәм. Мин уҡыусылар менән төрлө алымдар, заманса технологиялар менән ижади эшләргә яратам. Бигерәк тә информатив коммуникацион һәм уйын технологияларына өҫтөнлөк бирәм. 

     Күп йылдар инде мәктәптә башҡорт фольклор түңәрәген етәкләйем. Ижадҡа яҡын кеше булараҡ "Күстәнәс" халыҡ бейеү ансамблендә, "Ағинәйҙәр" ойошмаһында шөғөлләнәм һәм өйрәнгәндәремде баларға еткерәм.

    9 класс етәксеһе булараҡ уҡыусыларым менән төрлө экскурсияларға йөрөйбөҙ. Сығарылыш уҡыусылары булараҡ уларҙы дөрөҫ һөнәр һайларға, киләсәк тормошҡа әҙерләйем.

    Буш ваҡытымды ғаиләмә һәм үҙ аллы профессиональ үҫеш кимәлен күтәреүгә бүләм. Шулай уҡ һүрәт төшөрөргә, ижад итергә, яңылыҡтарҙы күҙәтеп барырға, сәскә үҫтерергә оҡшай. Башҡортостаныбыҙҙың бөтә райондары буйлап сәйәхәт итеп сығыуым эшемдә ярҙам итә.

Һорауҙарығыҙ булһа, аҫтағы күк ячейкала яҙып ҡалдырығыҙ. Яуап бирергә тырышырмын. Рәхмәт.

өҫкә

  • White Vkontakte Icon
  • White Instagram Icon

Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһы, 

Сайт  Wix.com да эшләнелгән

Мин бәйләнештә: 

Телефон: +7 (967)7881979

Email: Baisheva-79@mail.ru

Адресым:

Ул. УлЭлектриктар ур., 31,

 Мәсәғүт а., Дыуан районы, БР, Рәсәй, 452530Арбат, 1а, Москва, 119019, Россия