Нимә ул ығырмау,кем ул Артур Кәбиров?Уларҙы нимә бәйләй?Что такое “ығырмау”и кто такой АртурКабиров?

Пост обновлен февр. 17


Белмәһәгеҙ әйтәйек, уларҙы беҙҙең сығыш бәйләй.

Мәсәғүт гимназияһында “Сулпылар” башҡорт фольклор ансамбле ҡыҙҙары “Ығырмау таратыу” йолаһы менән таныштылар. Айгөл Ғалимйән ҡыҙы уларҙы ығырмау ишергә өйрәтте. Ҡыҙҙарға был эш бик оҡшаны.

Ығырмау-ул килен бүләге. Беҙҙең төньяҡ-көнсығышта кейәү яғына төшкәс, килен кешенең әсәһе ығырмау тарата, йә иһә уны кейәү башҡара. Суҡлы, биҙәкле бау ул. Балалар шуларҙы тотоп, урам буйлап йүгерә, уйнап-көлөп йөрөй. Үҙенсә туйҙы ҡотлау кеүек була.

Беҙҙең ҡыҙҙар матур ығырмауҙарын сәстәренә үреп тағырға, яға осона ҡушып тегергә, байрамда ата-әсәһенә бүләк итергә булдылар. Атайҙар уны машиналарына, асҡыстарына матур итеп тағып ҡуйырҙар, ә әсәйҙәрҙең ул сумкаларын биҙәп торор.

Был йомала фольклор ансамбле ҡыҙҙары яҡташыбыҙ Артур Кәбировтың ижадын өйрәнеп, эҙләнеү эше яҙҙылар һәм уны ығырмау ишеп бергәләп яҡланылар. Ә һеҙ эҙләнеү эшегеҙҙе нисек итеп ғәҙәти булмаған рәүештә яҡлағанығыҙ бар?


Если не знаете, то скажем. Их связывает наше оригинальное выступление.

В Месягутовской гимназии дети познакомились обычаем “Раздать ығырмау”. Айгуль Галимьяновна научила их плести. Девочкам эта работа понравилась.

Ығырмау- это подарок невесты. В наших краях живет обычай - на свадьбе, жених раздает детям ығырмау-подарок невесты. Это плетенный красивый шнур с бахромой.

А еще в эту пятницу ансамбль “Сулпылар” участвовали в районном конкурсе “Жемчужины Башкортостана”. Написали исследовательскую работу о нашем земляке Артуре Кабирове и защитили ее во время плетения ығырмау. Получилось очень оригинально. Будем ждать результат.


Просмотров: 0
  • White Vkontakte Icon
  • White Instagram Icon

Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһы, 

Сайт  Wix.com да эшләнелгән

Мин бәйләнештә: 

Телефон: +7 (967)7881979

Email: Baisheva-79@mail.ru

Адресым:

Ул. УлЭлектриктар ур., 31,

 Мәсәғүт а., Дыуан районы, БР, Рәсәй, 452530Арбат, 1а, Москва, 119019, Россия