Шәмбе көнөбөҙҙө файҙалы үткәрҙек. Күп профилле Дыуан колледжына "Асыҡ ишектәр" көнөнә барҙыҡ.

Бөгөн, 22 февраль сығарылыш класс уҡыусыларым менән Дыуан колледжына барып күп нәмәләргә өйрәнеп ҡайттыҡ. Был заманса төҙөлгән уҡыу йортонда төрлө һөнәргә өйрәтәләр: техник, агроном, ветеринар фельдшер, техник-механик,бухгалтер, сәскә үҫтереүсе, ландшафт дизайнеры һәм эш етештереүсе.

"Асыҡ ишектәр" балалар өсөн бик файҙалы үтте. Улар бик күп нәмәне беренсе тапҡыр үҙ ҡулдары менән эшләп ҡараны. Ҡыҙҙар микройәшеллек ултыртырға, хайуандарға укол ҡаҙарға, операция урынын тегергә, магазинда аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һайлап алырға, ә малайҙар станоктар менән танышты, тәгәрмәскә шиномантаж эшләп ҡараны, сит ил машинаһы менән беҙҙең илдә сыҡҡан машинаның айырмалыҡтарын өйрәнде. Дөйөм ятаҡ тормошо менән дә танышып сыҡтылар. Тренажер залында физик күнекмәләр эшләп, ашханала тәмле ашап, күңелдәре булып ҡайтып киттеләр.

Шундай шәп колледжда белем алыу үҙе бер бәхеттер ул. Эргәбеҙҙә генә шундай уҡыу йорто булыуы бик уңайлы.




Просмотров: 0
  • White Vkontakte Icon
  • White Instagram Icon

Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһы, 

Сайт  Wix.com да эшләнелгән

Мин бәйләнештә: 

Телефон: +7 (967)7881979

Email: Baisheva-79@mail.ru

Адресым:

Ул. УлЭлектриктар ур., 31,

 Мәсәғүт а., Дыуан районы, БР, Рәсәй, 452530Арбат, 1а, Москва, 119019, Россия