2020 йыл-Башҡорт теле йылы. Уны бергәләп планлаштырҙыҡ.

Пост обновлен 17 февр. 2020 г.


2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.Ф.Хәбиров менән осрашыуында Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәйне. Бөгөн Дыуан районы башҡорт теле уҡытыусылары йыйылып, башҡорт телен үҫтереү, уны популярлаштырыу өсөн ниндәй эштәр, саралар үткәреүҙе планлаштырҙылар. Уҡытыусылар кәңәшмәлә бик яҡшы фекрҙәре менән бүлештеләр, заманса саралар тәҡдим иттеләр. Үтәсәк саралар башҡорт телен туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та өйрәнеүҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирер, тип уйлайбыҙ. #Башҡорттелейылынапландар


Просмотров: 29Комментариев: 5

Недавние посты

Смотреть все