Инструменттар

ИНФОРМАЦИОН  КОМПЬЮТЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ

         Бөгөнгө уҡыу процесында яңы информацион технологияларҙы көндән көн йышыраҡ ҡулланалар: интернет-ресурстар, видео һәм компьютер күргәҙмәлелек, электрон уҡыу әсбаптары, интерактив таҡталар һ.б. Сайтымдың был битендә башҡорт теле дәрестәрендә интерактив таҡта һәм презентациялар  ҡулланыу тураһында мәғлүмәт бирмәксемен.

Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле кабинеты интерактив таҡта менән йыһазландырылған. Ә уның мөмкинлектәре бик күп. Интерактив таҡтаны аңлар  өсөн, тотоп эшләп ҡарар кәрәк һәм һеҙ нисек таҡта аша еңел генә компьютер менән идара итергә мөмкин икәнен аңлаясаҡһығыҙ. Сөнки компьютерҙа булған бөтә нәмә интерактив таҡтала ла бар. Әгәр һеҙҙең компьютер интернет селтәренә тоташтырылған булһа, мөмкинлектәр тағы ла арта.

Интератив таҡтаның мөмкинлектәре:

1. Презентация күрһәтеү;

2. Текстарҙы үҙгәртеү;

3. CD-ROM;

4.Интернет селтәре;

5. Һүрәттәр, фотолар, диограммалар, схемалар;

6. Видео-файлдар;

7.Аудио-файлдар;

8. Төрлө программалар ҡуйып ҡулланыу.

Уҡытыусыларға: 

1. Кластың теләһә ерендә тороп та "сысҡан" ярҙамында таҡта менән идара итеү мөмкинлеге бирә;

2. Таҡтаның һығылмалылығы уҡытыусыға теләһә ниндәй биттең өҫтөнән яҙырға, һыҙырға, һүрәт төшөргә һәм уны һаҡларға, ябып тороп, яңынан асырға, йә ҡағыҙға сығарып алырға мөмкинлек бирә;

3. Дәрестә аудио, видео файлдар, интернет ресурстарын, электрон әсбаптар  ҡулланып була;

3. Эшләгән эшең менән башҡа уҡытыусылар менән дә бүлешә алыу;

4. Таҡтаның ҙурлығы, ундағы шрифтарҙы үҙгәртә алыу мөмкинлеге, ҙур аудиториялар менән дә эш итергә мөмкинлек бирә;

5. Уҡытыусыларҙы яңыса уҡытыуға дәртләндерә;

6. Дәрескә алдан әҙерләп килгән материал ваҡытты ҡыҫҡарта, дәрес эффектлыраҡ үтә.

7.Төрлө әҙер схемалар, эштәр ҡулланыу дәрес барышын шәбәйтә.

Уҡыусыларға:

1.Төрлө ресурстар ҡулланған дәрестәр ҡыҙыҡлы, аңлайышлы һәм шәп үтә, уҡыусыларҙың дәрестә әүҙемлеге үҫә;

2. Ауыр материалды ла  аңлау еңелләшә;

3. Үҙҙәренә кәрәккән материалды интернет селтәренән эҙләп табып, белемдәрен тәрәнәйтә алалар;

4.Тотош класс менән алған белем буйынса фекер алышыу мөмкинлеген бирә;

5.Эшләү өсөн уларға клавиатура ла кәрәкмәй;

6. Ижади эшләргә өйрәнәләр, үҙҙәренә ышаныстары арта;

7. Презентациялар күрһәтеү мөмкинлеге материалды аңларға ярҙам итә;

8. Интерактив таҡтаның ҡоралдарын (махсус ҡәләм менән яҙыу, төҫтәрҙе үҙгәртеү, юймаҡ менән юйыу һ.б ) дәрескә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттыра.

Ғөмүмән, хәҙерге заманда тормошто информацион технологияларһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ул белем алыу процесына ла уҡытыусының ярҙамсыһы булараҡ, ныҡлы үтеп ингән. Компьютер технологияларын ҡулланып беҙ яңы быуынды мәғлүмәткә бай тормошта юғалып ҡалмаҫҡа әҙерләйбеҙ. Беҙҙең бурыс-әүҙем үҫешкән, йәмғиәттә үҙ аллы белем алырға һәләтле, башҡорт телен аңлаған, компьютерҙы һәйбәт белгән сығарылыш уҡыусыһын әҙерләү.

Минең

презентациялар

  • White Vkontakte Icon
  • White Instagram Icon

Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһы, 

Сайт  Wix.com да эшләнелгән

Мин бәйләнештә: 

Телефон: +7 (967)7881979

Email: Baisheva-79@mail.ru

Адресым:

Ул. УлЭлектриктар ур., 31,

 Мәсәғүт а., Дыуан районы, БР, Рәсәй, 452530Арбат, 1а, Москва, 119019, Россия