Мин уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптә башҡорт теле, туған башҡорт теле һәм туған телдә әҙәби уҡыу дәрестәрен уҡытам. Был биттә  коллегаларым менән үҙемдең дәрес өлгөләре менән бүлешәсәкмен.

Заман башҡорт теле дәрестәренә дөйөм талаптар

 

Дәрес ниндәй булырға тейеш? Дәрес – белем алыуҙың төп формаһы. Ошо ваҡыт эсендә уҡытыусы программа материалын өлөшләтә үҙләштереүҙе тормошҡа ашыра.  "Башҡорт теле” дәреслеге менән эшләүсе уҡытыусы дәрестең төрөн, маҡсатын, структураһын, унда матди һәм психологик шарттар булдырыуҙы аныҡ билдәләргә тейеш. Ул, дәрестең маҡсатын һәм уны тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләп, бала эшмәкәр шәхес булып үҫһен өсөн унда ниндәй психологик сифаттар үҫтереү кәрәклеген күҙаллай, тел белеме биреүҙе күҙ уңында тота, шулай уҡ әхлаҡи тәрбиәләүҙе лә иҫтә сығармай һәм дәрескә алынған маҡсаттарҙы ниндәй эш төрҙәре, алымдары менән тормошҡа ашырыуҙы хәл итә.

Дәрестә ниндәй материал өйрәнелеүе, уны үҙләштереүгә нисә сәғәт бүленеүе һәм башҡа үҙенсәлектәр иҫәпкә алынып, уның төрө билдәләнә: яңы тема өйрәнеү дәресе, уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе, моделләү дәресе, үтелгәнде нығытыу, йәғни ғәмәли эштәр башҡарыу дәресе, белем тикшереү эштәре үткәреү дәресе.

Башҡорт теле дәресе ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш һуң?

Бөгөнгө көндә икенсе быуын федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы хәҙерге башҡорт теле дәрестәренә түбәндәге талаптар ҡуйыла:

  • дәрестең бөтә этаптарында ла уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләүен тәьмин итергә;

  • уҡытыусыға мәғлүмәт биреүсе ролендә түгел, ә ойоштороусы булараҡ сығыш яһарға;

  • дәрестә рефлексияның булыуы мотлаҡ;

  • уҡыусыларҙың телмәр әүҙемлеге юғары кимәлдә булыуына ирешергә.

Билдәле булыуынса, һәр дәрес төрөнөң үҙенә генә хас структур элементтары була, беҙ уларҙың дөйөм (һәр дәрестә лә булырға тейешлеләрен) күрһәтеп үтәбеҙ:

  • мобилизациялау этабы – уҡыусыларҙы әүҙем интеллектуаль эшмәкәрлеккә йәлеп итеү;

  • маҡсат билдәләү – түбәндәге схема буйынса уҡыусыларҙың дәрестең маҡсатын әйтеүе: иҫкә төшөрөргә – белергә – өйрәнергә;

  • булған белемдәрҙе барлау һәм белемдең етешмәгәнлеген аңлау;

  • коммуникация;

  • бер-береңде тикшереү;

  • рефлексия – уҡыусының дәрестә ниндәй яңылыҡ белеүе һәм нимәгә өйрәнеүе тураһында әйтеп биреүе.

Хәҙерге дәрес

1. Уҡыусыларҙы әүҙем эшкә йәлеп итеү этабы.

2. Уҡыусыларҙың күҙаллау аша үҙҙәренә маҡсат билдәләүе.

3. Булған белемдәрҙе барлау һәм белемдең етешмәгәнлеген аңлау.

4. Яңы материалды өйрәнеү һәм нығытыу.

5. Рефлексия.

Дәрес материалы аңлайышлы, фәнни яҡтан тәрән һәм тулы булһын өсөн, дәрестәге эштәргә талаптар ҙа юғары булырға тейеш:

- уҡыусыға ҡатмарлы, проблемалы һәм эҙләнеүҙе талап иткән эштәр тәҡдим итергә;

- төрлө бүлек материалын белеп, уларҙы комплекслы ҡулланыуҙы күҙ уңында тотҡан эш төрҙәре файҙаланырға. Мәҫәлән, мобилизациялау этабында уҡыусы эшмәкәрлеге:

1) уҡытыусы ҡушҡан өлөшләтә эҙләнеү характерындағы эште үтәп, дәрес темаһын билдәләй;

2) терәк схема файҙаланып, дәрестең маҡсаттарын асыҡлай, уларҙы бойомға ашырыу юлдарын күрһәтә;

3) ғәмәлдә ҡулланып, алған белемдәрен актуалләштерә.

Уҡытыусыға талаптар:

1) асыҡ һәм дөрөҫ итеп эштәр бирә;

2) уҡыусыға яңы белемде әҙер килеш кенә бирмәй;

3) эште 2 тапҡыр ҡабатламай;

4) уҡыусыларҙың яуаптарына комментарий бирмәй, уларҙы төҙәтмәй, ә был эштәрҙе уҡыусыларҙың үҙҙәренә ҡуша;

5) уҡыусылар әйткәнде ҡабатламай;

6) уҡыусыларҙың ҡыйынһынғанын күреп, дәрес барышында эштәрҙе алмаштыра;

7) комплекслы эштәр һайлай.

Шулай итеп, дөйөм педагогик һәм методик, заман талаптары нигеҙендә ижади кимәлдә ойошторолған башҡорт теле дәрестәре генә юғары мәҙәниәтле, грамоталы, һәр яҡлап камил булып өлгөргән, ил алдындағы изге эштәрҙе башлап йөрөүселәрҙе әҙерләп сығарыуға булышлыҡ итәсәк.

 

Юғарыла күреүебеҙсә, уҡытыу процесы белем биреү, шәхес тәрбиәләү, үҙаллы бе­лем алыуға өйрәтеүҙең ҡаҡшамаҫ берҙәм­леген тәшкил итә. Йәғни уҡыусы уҡырға, укытыусы белем биреү менән етәкселек итергә, уҡыусыны үҙаллы белем алырға өйрәтергә һәм шәхес итеп тәрбиәләргә тейеш.

8-се класс башҡорт теле дәресендә.

  • White Vkontakte Icon
  • White Instagram Icon

Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһы, 

Сайт  Wix.com да эшләнелгән

Мин бәйләнештә: 

Телефон: +7 (967)7881979

Email: Baisheva-79@mail.ru

Адресым:

Ул. УлЭлектриктар ур., 31,

 Мәсәғүт а., Дыуан районы, БР, Рәсәй, 452530Арбат, 1а, Москва, 119019, Россия