МИН ТАҒАРАҠ ЯҺАНЫМ

Аҙыҡ табыу ауыр ҡышта,
Ем һипкәнде беләләр:
Бик йыш ҡына күгәрсендәр
Ҡунаҡ булып киләләр.

Матур тағараҡ яһаным,
Туярлыҡ түгел ҡарап.
Һыйланығыҙ, көс йыйығыҙ,
Булып ҡуймағыҙ харап.

Я КОРМУШКУ СМАСТЕРИЛ

Часто голуби ко мне
В гости прилетают.
Им зимой и по весне
Корма не хватает.

Я кормушку смастерил -
Просто загляденье.
Набирайте, птахи, сил,
Ешьте угощение!


 

Ҡәҙерле уҡыусылар!

        Был бүлектә мин һеҙгә башҡортса шиғырҙар, тиҙәйткестәр уҡырға тәҡдим итәм. Сөнки шиғырҙар беҙҙең йәнебеҙҙе генә байытып ҡалмай, ә мейе эшмәкәрлегебеҙҙе лә үҫтерә, тип һанай ғалимдар. 

Ғөмүмән, ҡысҡырып уҡыу кешелә үҙ фекерен дөрөҫ һәм еңел генә итеп әйтергә өйрәтә, һүҙ байлығын арттыра, дикция яҡшыра, тасуири, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәһен үҫтерә. 

Байышева А.Г.

ҠАР БАБАЙ
Епшек ҡарҙы тәгәрәтеп
Әүәләнем ҡар бабай,
Уны яһау ҡыйын түгел,
Уны яһау яп-ябай.
Өс йоморсаҡ етеп ҡуйҙы
Кәүҙә менән башына,
Танау итеп кишер ҡуйҙым,
Ҡара буяу – ҡашына.
Ике күҙе – ике төймә,
Тешһеҙ ауыҙ – сыбыҡтан,
Аяғында иҫке галуш,
Ә ҡулдары – ҡабыҡтан.
(Г.Ситдиҡова)

  • White Vkontakte Icon
  • White Instagram Icon

Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһы, 

Сайт  Wix.com да эшләнелгән

Мин бәйләнештә: 

Телефон: +7 (967)7881979

Email: Baisheva-79@mail.ru

Адресым:

Ул. УлЭлектриктар ур., 31,

 Мәсәғүт а., Дыуан районы, БР, Рәсәй, 452530Арбат, 1а, Москва, 119019, Россия